Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2020, 19:10

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда 2,9 мең километр магистраль үткәргес торбаларға дигностика эшләне

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда дөйөм 2,9 мең километр оҙонлоҡтағы магистраль торба үткәргестәрҙең 41 участкаһына диагностикалау үткәрҙе.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда дөйөм 2,9 мең километр оҙонлоҡтағы магистраль торба үткәргестәрҙең 41 участкаһына диагностикалау үткәрҙе.
Диагностика үткәреү өсөн “Транснефть – Диаскан” акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән инспекция приборҙары ҡулланылды. Был ҡорамал төрлө физик принциптар – ультратауышлы, магнит һәм ҡатнаш дефектоскоп ҡулланып эшләнгән һәм торба үткәргестең торошон төрлө яҡлап тикшерергә мөмкинлек бирә.
Магистраль торба үткәргестең һыу ятҡылыҡтары менән осрашыу урындарын тикшереү сиктәрендә бөтәһе 196 км оҙонлоғондағы бәләкәй йылғалар аша үткәргестәрҙең 296 һыу аҫты үткәүелдәре ҡаралды.
Таҙартыу һәм диагностикалау сараларының 11 камераһы, нефть һәм нефть продукттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән бөтәһе 345 мең кубометр күләмендә 31 резервуар тикшерелде.
Производство ҡеүәтен диагностикалау – торба үткәргес транспорты системаһының ышаныслығын күтәреү һәм “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт объекттарында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн мөһим шарт. Диагностика һөҙөмтәләре буйынса ремонт эштәрен үткәреү буйынса план төҙөлдө.
Читайте нас: