2020 йылда «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусы 60 йәш белгесте эшкә алды.
Структур подразделениеларға Өфө нефть техник университеты, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация-техник университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Канаш транспорт-энергетика техникумы студенттары алынды. Предприятиела үҙҙәренең хеҙмәт юлын йәш белгестәр, нигеҙҙә, эшсе һөнәрҙәрҙән башлай, был уларға артабан производствола тәжрибә тупларға ярҙам итә. Йәштәр нефть ҡыуыусы станцияһы операторы, тауар операторы, линия торба һалыусы, автоматика һәм технологик ҡоролмалар буйынса электромонтер, химик анализ лаборанты һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эш башланы.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә йәштәрҙе эшкә өйрәтеүҙең ыңғай механизмы эшләй: стажировка үтеү осорона остаз тәғәйенләнә һәм план раҫлана. Быларҙың барыһы ла эшкә тиҙ арала өйрәнергә, корпоратив мәҙәниәткә күнегергә, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итә.
Предприятие кадрҙар әҙерләү өлкәһендә юғары уҡыу йорттар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Идаралыҡтың кадрҙар хеҙмәте аппараты Өфө дәүләт нефть-техник университеты үткәргән саралар һәм вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнаша. 2020 йылда ундай саралар онлайн форматта уҙғарылды. Вуз студенттары “Транснефть-Урал” үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, предприятие уларҙың матди-техник базаһын нығытырға ла ярҙам итә. 2016-2020 йылдарҙа университетҡа 100 млн-дан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән.
Әлеге көндә «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй, уларҙың 148-е Нефть университеты студенттары. Унан тыш, предприятие буласаҡ йәш белгестәр менән эшләй, 2020 йылда «Транснефть – Урал»да 100-ҙән ашыу студент практика үтте.
“Транснефть-Урал” йәмғиәтенең сәнәғәт базаларында практика үткәндә практика етәксеһе һәм остаз тәғәйенләнә. Предприятиеның яуаплы кешеләре практиканттың эшен контролләй, эш урынында ҡушылған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә, шулай уҡ предприятиеға өйрәнергә ярҙам итә.
Практика үткәндә яңы коронавирус инфекцияһын таратмау өсөн бөтә хәүефһеҙлек талаптары үтәлде, шәхси һаҡланыу саралары ҡулланылды, социаль дистанция тотолдо.