Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2020, 14:39

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Кутәрем ауылы сәнғәт мәктәбенә музыкаль ҡоралдар алыуҙа ярҙам күрһәтте

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Кутәрем ауылы сәнғәт мәктәбе өсөн музыкаль ҡоралдар алыуҙа хәйриә ярҙамы күрһәтте. Кутәрем урта белем биреү мәктәбе нигеҙендә асылған уҡыу йорто өсөн пианино, баян һәм ике гитара һатып алынды.

Яңы музыка ҡоралдары уҡытыусылар һәм уҡыусыларға яңы офоҡтар асты. Пианино булғас, сольфеджио буйынса дәрестәр генә үткәрелә башламаны, шулай уҡ 2021 йылдың ғинуарынан әҙерлек төркөмө лә асылды. Инструменттар һайлағанда уҡыу йортоноң махсуслашыуы ла күҙ уңында тотолдо. Яңы баян йәш музыканттар өсөн тәғәйенләнгән: унда беренсе класс уҡыусылары ла өйрәнә ала. Мәктәпкә килеүселәр һаны ла бермә-бер артты: өҫтәмә унда бер нисә тиҫтә уҡыусы яҙылды.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Күтәрем урта мәктәбенә тәүләп кенә ярҙам итмәй. “Транснефть” компанияһының корпоратив программаһы сиктәрендә (ул мәктәп үҫешенә йүнәлтелә) бында физика, химия, математика һәм информатика кластары ремонтланып, яңы лаборатор йыһаз һәм мебель менән тәьмин ителде.
Читайте нас: