Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2020, 18:44

Нефть үткәреүселәр яңы мобиль лаборатория алды

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенә контролләүсе ике яңы мобиль лаборатория килде.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенә контролләүсе ике яңы мобиль лаборатория килде.
Уларҙы предприятие филиалының дефектоскоп лабораторияһы – Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсус идаралыҡ (СУПЛАВ) файҙаланасаҡ.
Ялан шарттарында эшләгәндә магистраль торба үткәргестәрҙең линия өлөштәренә иретеп йәбештереүҙә контроль үткәреү, шулай уҡ яңы һыу аҫты үткәүелдәрен төҙөүҙә ҡабатлаусы радиограф контроле – бына ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тәьмин итәсәк. Уны төҙөүҙә юғары үтемле шасси (КамАЗ-43118) файҙаланды. Башҡортостан һәм башҡа төбәктәрҙе хеҙмәтләндергән “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте магистраль торба үткәргестәренең ниндәй генә участкаһында булмаһын, мобиль лабораториялар һәр ерҙә ышаныслы эшләй ала.
Лабораториялар радиографик, ультратауыш, визуаль үлсәү контролен үткәреү өсөн бөтә кәрәкле йыһаз һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бәйләнеш тәьмин итеү өсөн радиостанцияһы, мәғлүмәттәрҙе тиҙ эшкәртеү өсөн күп функциялы ҡоролмалары һәм ноутбуктары бар. Борт аппаратураһының электр системаһын 10 кВт ҡеүәтле электр генераторы тәьмин итә.
СУПЛАВ ҡарамағында шундай 9 мобиль лаборатория эшләй: 6 -һы – Өфө биләмәһендә, 3-һө – Силәбе дефектоскоптик лаборатория участкаһында.
Мобиль контроль лабораторияларҙы файҙаланыу, географик һәм һауа факторына ҡарамай, ғәмәлдәге һәм төҙөлөп килгән торба үткәргес инфраструктураһын ваҡытында хеҙмәтләндереүгә булышлыҡ итәсәк. Был сара производство объекттарын файҙаланғанда юғары хәүефһеҙлекте һаҡлауға йүнәлтелгән.
Читайте нас в