Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2020, 19:40

Өфөлә иң өлкән йәштәге нефтсе вафат булды

Һөнәри берләшмә һәм бар республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе: республиканың иң өлкән нефть үткәреүсеһе, Урал-Себер магистраль нефть үткәреү идаралығының (хәҙерге – Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте) элекке етәксеһе Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов 98 йәшендә вафат булды.

Һөнәри берләшмә һәм бар республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе: республиканың иң өлкән нефть үткәреүсеһе, Урал-Себер магистраль нефть үткәреү идаралығының (хәҙерге – Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте) элекке етәксеһе Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов 98 йәшендә вафат булды.
Шәүкәт Әхәтов бәләкәй сағынан ауыр тормош михнәттәрен татып үҫә: ун йәше лә тулмай, ғаиләлә берҙән-бер ҡараусы булып ҡала. Тап ошо осорҙа уның рухы сыныға: ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, мәктәпте тамамлай, ә аҙаҡ Грозныйҙа рабфакта уҡый. 1947 йылда, Губкин исемендәге Мәскәү институтын бөтөп, тыуған Башҡортостанына ҡайта. Уның БАССР-ҙың тәүге Туймазы – Өфө магистраль нефть үткәргесендә эш тәжрибәһе була (унда техник күҙәтеү буйынса инженер сифатында практика үтә). Шуға ла Әхәтов үҙ белемен һәм көсөн үткәргес торба транспортында эшләүгә һалыу теләге менән яна, республика, ә аҙаҡ илдең нефть өлкәһен үҫтереүгә файҙа килтерәсәген яҡшы аңлай.
Бер нисә йыл Шәүкәт Әхәтов Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институтында эшләй. 1952 йылда Башҡортостан тауар-транспорт идаралығына (“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте элек шулай аталған) күсә, һәм тармаҡта бөтөнләйгә ҡала. Уның белеме, энергияһы, иҫ киткес эшкә булдыҡлылығы һәм үҙенсәлекле һәләте производствоға һулар һауа кеүек кәрәк була. Шәүкәт Әхәтов предприятие менән бергә үҫә. 1964 йылда – баш инженер, 1970 йылда Урал-Себер магистраль нефть үткәреү идаралығы начальнигы була. Ул үҙенең остазы һәм өлкән дуҫы – предприятиеның беренсе етәксеһе Давыд Александрович Черняевтың эшен дауам итә. Был осор ғәйәт эре төҙөлөштәр, Урал һәм Себер магистраль үткәргес торбалары системаһының йылдам үҫеше дәүере була. Улар араһында бигерәк тә Балыҡ-Тамаҡ – Ҡурған – Өфө – Әлмәт магистраль нефть үткәргесе айырым урынды биләй, ул илдә бөгөн дә иң эре участкаларҙың береһе булып ҡала. Ҡурғандан Әлмәткә тиклем участкалағы төҙөлөш Шәүкәт Әхәтов етәкселегендә башҡарыла. Магистраль, Нижневартовск – Ҡурған – Куйбышев нефть үткәргесе кеүек үк, ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырыла.
Яҡшы белгес, һәләтле етәксе һәм производствоны ойоштороусы Шәүкәт Әхәтов уйлап табыусы һәм бик күп эшкәртмәләр авторы ла була: ул Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән берлектә эшкәртелмәгән һәм тоҙһоҙландырылған нефтте бер нефть үткәргесенән айырым ҡыуыу технологияһын уйлап таба. 1983 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, фән менән тығыҙ бәйләнеште өҙмәй: 12 йыл буйына нефть университетының нефтте транспортлау һәм һаҡлау кафедраһында уҡытты. Шәүкәт Әхәтов үткәргес торбаларға яңы изоляция материалы уйлап табыуҙа ҡатнашҡаны өсөн СССР Министрҙар Советының премияһына лайыҡ булды. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергәне өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
Шәүкәт Әхәтов яҡшы ғаилә башлығы, атай булды, балаларында үҙендәге тик яҡшы сифаттарҙы ғына тәрбиәләне. Производство ветерандары, кемдәр Шәүкәт Нурлығаян улы менән эшләне һәм аралашты, улар уны ярҙамсыл, хәстәрлекле, ауыр саҡтарҙа ла дәртләндереп ебәрә торған кеше итеп иҫкә ала. Шуның өсөн дә уны хөрмәт иттеләр.
Шәүкәт Әхәтов, бәхет – ул еңә белеүҙә, хатта ҡыйын булһа ла, йырып сығырға кәрәк, үҙеңдән һуң ерҙә эҙең ҡалһа ла – бәхет, ти торғайны. Шәүкәт Нурлығаян улы үҙен белгәндәрҙең йөрәгендә, хәтерендә һәм күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Читайте нас: