Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2020, 17:27

Ике «чупакабра» фототоҙаҡҡа эләккән

«Янған-Тау» геопаркында (Салауат районы) ике урман (янут кеүек) эте фототоҙаҡҡа эләккән. Зоологтар фекеренсә, тап ошо йәнлектәр беҙҙең республиканан тыш, башҡа төбәктәрҙә лә халыҡтың хужалыҡтарына ҡурҡыныс тыуҙырған.

Матбуғатта ниндәйҙер мифик заттың тауыҡтарға, йорт ҡуяндарына ташланып, ҡанын эсеп, ҡорбанының йәнһеҙ кәүҙәһен ҡалдырып китеүе тураһында хәбәрҙәр баҫылып сыҡты. Кешеләр уға «чупакабра» тигән исем дә тағып өлгөрҙө.

Баҡтиһәң, бәләкәй сағында был йәнлектәр бөтөнләй йөнһөҙ була, шуға ла улар халыҡтың ҡотон алған да инде. Урман эте сысҡан, ҡош, ҡуңыҙ менән туҡлана.

«Ике чупакабра килеп, 44 минут эсендә икмәктең яртыһын ашап бөттө», - тип хәбәр иткән яҙманың авторы.

Сығанаҡ: Полина Полежанкина
Читайте нас: