Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2020, 18:46

“Саҡмағош” станцияһында яңы резервуар файҙаланыуға тапшырылды

“Транcнефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районында “Саҡмағош” линия-производство-диспетчер станцияһындағы (ЛДПС) 5 мең куб.метр һыйҙырышлы нефть һаҡлау резервуарын реконструкциялауҙан һуң файҙаланыуға тапшырҙы.

“Транcнефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районында “Саҡмағош” линия-производство-диспетчер станцияһындағы (ЛДПС) 5 мең куб.метр һыйҙырышлы нефть һаҡлау резервуарын реконструкциялауҙан һуң файҙаланыуға тапшырҙы.
Резервуарҙың бейеклеге 12 метр тирәһе, диаметры – 23 метр. Эштәр барышында дөйөм 122 тонналыҡ металл конструкция тулыһынса алмаштырылды. Конструкцияның эске һәм тышҡы яғындағы 3 мең кв. метрҙан ашыу дөйөм майҙаны тутҡа ҡаршы эшкәртелде. Һауытты тоташтырыу өсөн дөйөм 124 метр оҙонлоғонда технологик үткәргес торбалар төҙөлдө. Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында углеводород парланып осмаһын өсөн резервуар алюмин понтон менән йыһазландырылды. Резервуар паркын һәм янғын һүндереүҙе автоматлаштырыу системаларына тоташтырылды.
Дөйөм 730 кв. м ашыу майҙанға һаҡлағыс ҡоролмаһы төҙөлдө, резервуарҙың тирә-яғының ҡырсын ташы алмаштырылды. Ҙур һыйҙырышлы һауыт янына хәүефһеҙ үтеп инеү өсөн 900 кв. метрға яҡын майҙанға юлдар һалынды.
Монтажлау эштәренән һуң төрлө ысулдар ҡулланып (визуаль-үлсәү, ультратауыш, радиографик, капилляр, вакуумлау ярҙамында) тикшереү үтте. Бөтә ҡоролмалар һәм резервуар системалары файҙаланыуға әҙер. 48 сәғәт дауамында үткәрелгән көсөргәнешле гидроһынау һауыттың герметиклы булыуын, металл конструкцияларының һәм понтондың эшкә яраҡлығын күрһәтте.
Эштәр “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең яңы техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башҡарылды. Маҡсаты – үткәргес торба транспорты объектының хәүефһеҙ һәм ышаныслы эшләүен тәьмин итеү.
Читайте нас: