Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2020, 19:50

Нефть үткәреүселәр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәтте

Черкассы ҡасабаһында Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы өс яугирҙең – Советтар Союзы Геройҙары Ф. М. Косолапов, П. А. Кулаков һәм Дан орденының тулы кавалеры М. А. Едренкин тураһында хәтерҙе мәңгеләштерҙеләр. Урындағы халыҡ ауылда тиҙҙән парк асырға йыйына – Геройҙар аллеяһы уның үҙәге буласаҡ.

Черкассы ҡасабаһында Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы өс яугирҙең – Советтар Союзы Геройҙары Ф. М. Косолапов, П. А. Кулаков һәм Дан орденының тулы кавалеры М. А. Едренкин тураһында хәтерҙе мәңгеләштерҙеләр. Урындағы халыҡ ауылда тиҙҙән парк асырға йыйына – Геройҙар аллеяһы уның үҙәге буласаҡ.
Аллеяны булдырыуҙа фронтовиктарҙың бронза бюсын ҡуйыу тәүге мөһим аҙым булды. Уларҙы эшләтеү өсөн Черкассы ауыл советы хакимиәте ярҙам һорап “Транснефть – Урал “ акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Был ойошма райондың иҡтисади, мәҙәни һәм ижтимағи тормошона, уның тотороҡло үҫешенә тос өлөш индерә. Предприятие был башланғысты хуплап, тулы комплекслы эштәрҙе – бюстарҙы эшләүҙән алып килтереп ҡуйыуға тиклем финанслауға яҡынса миллион һумлыҡ суммала хәйриә ярҙамы күрһәтте. Һуғыш яугирҙәре бюстары художестволы ҡойоу ысулы менән бронзанан яһалды, бетон-кирбес постамент гранит менән биҙәкләнде. Табличкаларға геройҙарҙың исеме һәм йәшәү йылдары гравировкалап яҙылды.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлдәрен ремонтлау һәм урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең шәфҡәтлелек эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө булып тора. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында предприятие эшмәкәрлек алып барған төбәктәрҙә 10-дан ашыу һәйкәл һәм мемориаль комплексты тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
Белешмә өсөн:
КОСОЛАПОВ Филипп Макарович, Советтар Союзы Геройы
2-се гвардия истребителдәр авиаполкының (1-се һауа армияһы) эскадрилья командиры. 300-гә яҡын хәрби осош яһай, шәхсән үҙе – 11 һәм төркөм менән 9 самолетты бәреп төшөрә.
КУЛАКОВ Петр Афанасьевич, Советтар Союзы Геройы
598-се артиллерия полкының (3-сө Белоруссия фронты) орудия командиры. 1944 йылдың июлендә Неман йылғаһының һул ярында (Белоруссия) П. Кулаковтың артиллерия расчеты 5 дошман танкының контратакаһын кире ҡаға, уларҙың өсөһөн шартлата. Ошо уҡ алышта П. Кулаков артеллеристары дошмандың 3 орудияһын һәм 100-гә яҡын һалдатын юҡ итә.
ЕДРЕНКИН Михаил Акимович, Дан орденының тулы (өс дәрәжәһе) кавалеры
35-се штурмлау инженер-сапер батальоны (1-се Украина фронты) саперы. Дошмандарҙың юлына мина һалыу, уларҙың ут нөктәләренә разведка яһау һәм күп миналарҙы зарарһыҙландырып, совет ғәскәрҙәренә Одер йылғаһын аша сыҡҡанда кисеү тәьмин итеүе өсөн ордендар менән бүләкләнгән.
Читайте нас: