Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2020, 19:16

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Ҡармасан йылғаһы аша һыу аҫты нефть үткәргесен алмаштырҙы

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша үткән Балыҡ-Тамаҡ – Өфө – Ҡурған – Әлмәт магистраль нефть үткәргесенең (МН УБКУА) һыу аҫты үткәүелен алмаштырыу эшен башҡарҙы.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша үткән Балыҡ-Тамаҡ – Өфө – Ҡурған – Әлмәт магистраль нефть үткәргесенең (МНУБКУА) һыу аҫты үткәүелен алмаштырыу эшен башҡарҙы.
358 метр оҙонлоҡтағы торба яңыртылды, шул иҫәптән 222 метр – дюкор оҙонлоғо (һыу аҫты өлөшө).
Балластировка өсөн дөйөм 378 тонналағы ауырлыҡта 189 суйын ауырайтҡыс ҡулланылды. Элек файҙаланылған торба үткәргес участкаһы һүтеп алынды. Яңы торбалар һалынғас, гидроһынауҙар үткәрелде, унда кәмселектәр табылманы, геометрик параметрҙарына контроль үткәрелде. Һыу объектында эштәр тәбиғәтте һаҡлау закондарына ярашлы башҡарылды.
Белгестәр тирә-яғына тимер-бетон келәле ҡойма, техник хәбәр итеү саралары, видеокамера һәм һаҡ сигнализацияһы ҡуйҙы. Тупраҡты тергеҙеп, йылға ярын геотуҡыма менән нығытып, 1 мең кв. метр майҙанға ҡырсын таш һалып, иҫкәртеү билдәләре ҡуйып юл аша сығыу урыны төҙөлдө.
Эштәр “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең яңы техник ҡорамал менән йыһазландырыу һәм реконструкциялау программаһына ярашлы башҡарылды, маҡсаты – УБКУА нефть үткәргесен файҙаланғанда юғары ышаныслыҡ кимәлен тотоу.
УБКУА нефть үткәргесе оҙонлоғо һәм нефть ҡыуыу күләме буйынса ла Рәсәйҙә иң эре магистраль нефть үткәргестәренең береһе.
Читайте нас: