“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системаһы халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә – предприятиеға тышҡы аудит үткәреүсе эксперттар шундай фекергә килде. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан, Башҡортостандан тыш, уның производство объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит предприятиеның Силәбе өлкәһендәге объекттарында үтте.
“Киң, системалы һәм планға ярашлы” – предприятиела хеҙмәтте һаҡлау буйынса башҡарылған эште аудиторҙар тап шулай баһаланы. Әлбиттә, тормошҡа ашырылған саралар юғары һөҙөмтә күрһәтә.
Эксперттар “Транснефть – Урал”дың энергия менеджменты өлкәһендә яғыулыҡ-энергетика ресурстарын ҡулланыуҙа маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүен раҫланы. Шул уҡ ваҡытта энергия ҡулланыу тәү сиратта нефть һәм нефть продукттарын һурҙырып ағыҙғанда ҡулайлы режимды һайлауға бәйле түбәнәйә.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте тәбиғәтте һаҡлау буйынса ла сараларҙы уңышлы бойомға ашыра: аныҡлап әйткәндә, эшмәкәрлек алып барған төбәктә даими нигеҙҙә биологик һыу ресурстарын яңыртыу эштәре башҡарыла.
Эксперттар предприятиеның менеджмент системаһының һөҙөмтәлелелеген һәм экология менеджменты системаһының ғәмәлдәге ISO 14001:2015 стандарттарына ярашлы булыуын раҫланы. Шулай уҡ улар хеҙмәтте һаҡлауға идара итеү һәм энергоменеджмент системалараның яңы ISO 45001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттары талаптарына ярашлы сертификаттар биреү тураһында ҡарарҙы тапшырҙы. Бынан тыш, аудиторҙар “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең һәм Силәбеләге филиалының аудитта ҡатнашҡан идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри оҫталығын һәм яңы стандарттарға күсеү буйынса документтар төҙөүҙә юғары сифатын билдәләне.
Яңы ISO 45001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттарын индереү менән бәйле, Яңы стандарттарға күсеү буйынса саралар планы үтәлешенә, шул иҫәптән эске аудиторҙарҙы уҡытыуға, аудитты планлаштырыу һәм үткәреүгә, предприятие етәкселеге тарафынан уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауға айырым иғтибар бүленде. Персонал менән әүҙем әңгәмә уҙғарылды.
Менеджмент системаһы “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм идара итеү системаһының айырылғыһыҙ өлөшө, уларҙың эше һәм стандарт талаптарына тап килеүе эске аудит сиктәрендә йыл буйына контролдә тотола. Уның һөҙөмтәләрен акционер йәмғиәтенең Координация советы баһалай.