Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ноябрь 2020, 12:17

Ленара Иванова ла сирләй...

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова коронавирус менән сирләй. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә белдергән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова коронавирус менән сирләй. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә белдергән.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул башҡаларҙы иҫкәртергә ваҡыт тапҡан, үҙенең ҡайҙа сир йоҡтороуын һәм ни өсөн икәнлеген аңлатҡан.
Ленара Хәким ҡыҙы уяулыҡты юғалтмаҫҡа һәм социаль дистанция һаҡларға саҡыра. Ул 15-се көн ауырыу менән көрәшеүен һәм ҡайҙа сир йоҡторғанын белдергән.
- Мин нисек коронавирус йоҡторғанымды беләм: ул минуттарҙа уяуһыҙлыҡты юғалтҡайным. Ҡул ҡыҫыштыҡ, ҡосаҡлаштыҡ, барыһы ла шундай тулҡынландырғыс ине... Һәр саҡ үҙеңде контролдә тотоу ҡыйын, ҡайһы саҡта һаҡланыу сараларына ҡул һелтәге килә шул... Әммә хәҙер әйтә алам: былай эшләргә ярамай. Был сир бер яҡшылыҡ та килтермәй, - тигән Ленара Иванова.
Шуға күрә вице-премьер Ленара Иванова коронавирустан һаҡланыуҙың иң ябай, әммә иң һөҙөмтәле иҫкәртеү сараларын, ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе иҫкә төшөргән. Һүҙ битлек, бирсәткәләр кейеү, социаль дистанция һаҡлау, йышыраҡ ҡулдарҙы йыуыу һәм һәр саҡ уяу булыу хаҡында бара.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в