Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2020, 19:27

“Транснефть” Өфө нефть университеты студенттарын һәм уҡытыусыларын стипендиялар, сертификаттар менән билдәләне

Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) студенттары һәм преподавателдәре “Транснефть” компанияһының исемле стипендияларын һәм социаль түләүҙәре тәғәйенләнеүе тураһында сертификаттарын алды. Был сара ӨДНТУ-ның акттар залында уҙғарыла. Әммә был юлы “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте менән нефть университеты араһында үҙенә бер төрлө “телекүпер” булдырылды: коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле ғәмәлдәге сикләүҙәргә ярашлы, сара онлайн-форматта үтте.

Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) студенттары һәм преподавателдәре “Транснефть” компанияһының исемле стипендияларын һәм социаль түләүҙәре тәғәйенләнеүе тураһында сертификаттарын алды. Был сара ӨДНТУ-ның акттар залында уҙғарыла. Әммә был юлы “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте менән нефть университеты араһында үҙенә бер төрлө “телекүпер” булдырылды: коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле ғәмәлдәге сикләүҙәргә ярашлы, сара онлайн-форматта үтте.
Социаль түләүҙәр тәғәйенләнеүе тураһында сертификатҡа үткәргес торба транспорты факультетының уҡытыу һәм тикшеренеү эшмәкәрлеген алып барыусы ете доценты һәм профессоры лайыҡ булды. Был түләүҙәр маҡсатлы: уны квалификацияны күтәреүгә, лекция курстарын йәки монографияларҙы әҙерләүгә һәм баҫтырыуға, һөнәри һәм ғилми эшмәкәрлек менән бәйле башҡа йүнәлештәргә файҙаланырға мөмкин. Нефть үткәреүселәр тарафынан эшләнгән был эштәр уҡытыу сифатын, кадрҙар әҙерләү кимәлен күтәреүгә, һөҙөмтәлә тармаҡтың үҫешенә булышлыҡ итә.
“Транснефть”тең исемле сипендияларын тапшырыу практикаһы егерме йыл дауам итә. Бындай тәжрибә студенттарға стипендияның яҡшы уҡыу һәм фәнни эштәге әүҙемлек өсөн генә түгел, ә артабанғы үҫеш һәм күтәрелеш өсөн стимул булыуын күрһәтә. Быйыл вуздың 17 студенты стипендияға лайыҡ булды – уларҙың 12-һе “нефть-газ эше” белгеслегенә, студенттарҙың икешәре – “нефтьгаз техникаһы һәм технологиялары”, “технологик процестарҙы һәм призводствоны автоматлаштырыу”, береһе “төҙөлөш” белгеслегенә уҡый. Шул рәттән биш студент – “Транснефть” системаһы ойошмалары менән килешеү нигеҙендә, 12-һе бюджет бүлексәһендә белем ала.
“Транснефть” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Роман Ковалев сипендияға лайыҡ булыусыларҙы ҡотланы.
Һәр саҡ яңынан-яңы һөҙөмтәләргә, уңыштарға өлгәшегеҙ, үҙегеҙҙең алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйығыҙ, уларға ирешегеҙ. “Транснефть” компанияһы һәм “Транснефть Урал” акционерҙар йәмғиәте үҙенең сафтары грамоталы, маҡсатлы йәштәр менән тулыланыуын теләй. Университет менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә беҙ вуздың матди-техник базаһын яҡшыртыуға аҡса һалабыҙ. Һеҙҙең өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – уҡыуҙар уникаль лабораторияларҙа үтә, тренажерҙар, актуаль уҡыу пособиеларын ҡулланаһығыҙ, ә факультет преподавателдәре яҡшы остаздарығыҙ, – тине ул.
“Транснефть” йәмғиәтенең исемле стипендиялары Өфө дәүләт нефть техник университетының иң яҡшы студенттарына – 2001 йылдан, уҡытыусылар сертификаттары 2014 йылдан бирелә.
Дмитрий Соснин, 4-се курс студенты:
Мин икенсе тапҡыр стипендиат булдым. Һәр студент-стипендиат өсөн компанияның беҙҙең уҡыуға һәм фәнни эшмәкәрлеккә һалған көстө баһалауы яҡшы тәьҫир итәлер, тип уйлайым. Беҙгә үҙебеҙҙең потенциалды асырға күп мөмкинлектәр бирелә – йәш белгестәрҙең конференцияларҙа ҡатнашыуына, производство объекттарында практика үтеүенә, стипендиялар алыуына. Бының өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.
Эльвина Әхмәтгәрәева, 4-се курс студенты:
Үткән семестрҙа беҙ университеттың “Транснефть” компанияһы ярҙамында асылған лабораторияларында уҡыныҡ. Тап шунда мин беҙ теорияла өйрәнгән производствола, үткәргес торба транспортында ниндәй процестар булыуын күҙ алдына килтерҙем. Корпоратив стипендия беҙгә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, үҫергә стимул бирә, ә университет бөтә мөмкинлектәрҙе бойомға ашырыуҙа булышлыҡ итә. Был минең тәүге стипендия, уҡыуҙағы тырышлығым шундай ҙур баһаға лайыҡ булғаны минең өсөн бик ҡәҙерле. Ҙур рәхмәт!
Читайте нас: