Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 19:20

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте буласаҡ инженерҙарға бүләк эшләне

Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө Инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Дөрөҫөрәге, яңыртылды – бүлмәгә ремонт эшләнде һәм ул информатика дәресе өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Лицейға мәрхәмәтлек ярҙамын “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәтте.

Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө Инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Дөрөҫөрәге, яңыртылды – бүлмәгә ремонт эшләнде һәм ул информатика дәресе өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Лицейға мәрхәмәтлек ярҙамын “Транснефть – Урал акционерҙар йәмғиәте күрһәтте.
Яңыртылған кабинетты асҡанда ҡыҙыл таҫманы “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Асҡар Әминов, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфө ҡалаһы округының Орджоникидзе районы хакимиәтенең Гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф буйынса идаралығы начальнигы Юлия Мостафина ҡырҡты.
Предприятие бүлгән аҡсаға барлыҡ кәрәкле программалары менән 16 заманса компьютер, шулай уҡ уңайлы һәм эргономикалы мебель һатып алынып ҡуйылды. “Дәрес уҙғарыуға уңайлы шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техник вуздарға уҡырға әҙерләнеү өсөн мәғлүмәт-коммуникация технологияларын яҡшыраҡ үҙләштерергә, киләсәктә нефть үткәргесе тармағы белгестәре сафын да тулыландырырға ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне лицей директоры Алла Цыбина.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте быға тиклем дә лицейҙың матди базаһын нығытыуҙа ярҙам күрһәткәйне. Предприятие аҡсаһына физика буйынса лаборатор дәрестәргә наборҙар, актуаль мәғлүмәттәр, шул иҫәптән лицей яңылыҡтары һәм дәрестәр теҙмәһен күрһәтеүсе интерактив экран һатып алынды.
83-сө лицей Өфө ҡалаһында 1957 йылда асылған. 2003 йылдан алып ул Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағында эшләй, “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте белгестәр әҙерләү буйынса уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Лицей тәрбиәләнеүселәре бер нисә йүнәлеш (физика-математика, химия-математика, мәғлүмәт-технология, инженер-иҡтисад) буйынса уҡып, артабан техник юғары уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә.
Читайте нас: