“Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе – республикаға ла, йылылыҡ-энергетика комплексы предприятиелары өсөн дә үҙе бер ваҡиға. Ул егерме һиҙенсе тапҡыр уҙғарыла һәм ваҡыт үтеү менән ҡыҙыҡлы, өлгөлөгә әйләнә бара. Быйыл тармаҡтың тәжрибәле һәм яңы килгән амбициялы вәкилдәрен йыйыуға хатта пандемия ла ҡамасаулай алманы: сараның ваҡыты күсерелһә лә, уны уҙғарыуҙан баш тартманылар.
Заманса ҡорамалдар, алдынғы ҡарарҙар, ҡыҙыҡлы эшкәртмәләр – һәр ҡатнашыусы күргәҙмәлә иң яҡшыны күрһәтергә тырыша. “Транснефть” компанияһы ҡарамағындағы иң эре предприятие “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте стендында бер юлы дүрт яңылыҡ күрһәтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмә асылыу менән иң тәүҙә ошо стенд менән танышты. Республика етәксеһенә яңылыҡтар хаҡында предприятиеның баш инженеры Данир Әхмәров һөйләне.
Ҡарарлыҡ әйберҙәр бар ине бында. Мәҫәлән, 8 мең киловатт ҡеүәтле, шартлауҙан һаҡланған синхронлы электр двигателе һәм вертикаль терәк насосы – импортты алмаштырыу өлкәһендәге эш һөҙөмтәһе. “Транснефть” был эш менән Рәсәй сәнәғәте өсөн быны өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп иғлан итеүгә тиклем шөғөлләнә башлағайны. Был насостарҙы һәм электр двигателдәрен (башҡа төр моделдәрен дә) һуңғы йылдарҙа Силәбелә төҙөлгән ике заводта сығаралар. Ҡорамалдар иң яҡшы донъя стандарттарына тап килә һәм яҡшы характеристикаға эйә – мәҫәлән, электр двигателе юғары ышаныслы һәм энергия эффектлы, ярты быуаттан да кәм эшләмәйәсәк. Насосты күп урында ҡулланырға була: уны магистраль насостары алдына терәк итеп, нефть һәм нефть продукттарын ҡойоу өсөн, резервуар парктары эсендә һурҙырып ағыҙыу өсөн ҡуйырға мөмкин.
– Төп фондтарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы 3 йылда ғына Башҡортостан Республикаһында етештереү ҡеүәтен модернизациялауға 27 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, – тип билдәләне “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Данир Әхмәров. – Күргәҙмәлә насостар һәм электр двигателдәре тәҡдим ителде. Улар импортты алмаштырыуға ярашлы етештерелә, уникаль ҡорамалдарҙың донъяла аналогы юҡ. Иң мөһиме, был бөтә ҡорамалдар Рәсәйҙә, “Транснефть”тең етештереү майҙансыҡтарында сығарыла.
Уникаль ҡорамал – ул, мәҫәлән, шахта тибындағы герметикланған камера. Ул 300-ҙән 1200 мм диаметрлы, 25 метрға тиклем тәрәнлектә һыу аҫтынан үткән үткәргес торбаларҙы ремонтлағанда кәрәк. Ҡатнаш магнит-ультра тауышлы дефектоскоптың да баҙарҙа аналогы юҡ: буйға ярылыу, иретеп йәбештерелгән йөйҙәрҙә етешһеҙлек, металдың боҙолоуын күргәндә уның ярҙамында үткәргес торбаларға магнит, шулай уҡ ультра тауыш диагностикаһы үткәрергә була. Торба эсен тикшереү өсөн Мәскәү өлкәһендә тотош бер төр приборҙар – дефектоскоп, профиль үлсәү һ. б. ҡорамалдар сығарыла. Бөгөн бындай ҡорамалдар “Транснефть”тең бар Рәсәй төбәктәрендәге магистраль торбаларының торошон күҙәтеү өсөн, шулай уҡ сит ил торба үткәргес компанияларының производство объекттарында ҡулланыла.
Әлбиттә, “Транснефть – Урал” стендында тармаҡтың техник яңылыҡтары менән генә түгел, ә “Транснефть” компанияһының Рәсәйҙең үткәргес торба транспорты системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса башҡа йүнәлешле эштәре менән дә танышырға була ине. Шул иҫәптән сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм производство контроле тураһында ла белергә мөмкин. Быйылғы 2020 йылды “Транснефть” һәм уның ойошмалары тап ошо йүнәлешкә бағышлаған.