Һөнәри байрамдары – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте производство ҡаҙаныштары һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Рәхмәт хаты “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р. Н. Ковалевҡа республиканың йылылыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мәсьәләләренә арналған хөкүмәт кәңәшмәһендә тапшырылды.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте – “Транснефть” системаһының иң эре ойошмаларының береһе. Компания 70 йылдан ашыу Рәсәйҙең һигеҙ төбәге биләмәһендә һәм Төньяҡ Ҡаҙағстанда киң селтәрле магистраль торбалар буйлап нефть һәм нефть продукттарын транспортлай. Предприятиеның алты филиалының дүртеһе Башҡортостанда урынлашҡан: Туймазы, Черкассы, Арлан нефть үткәргестәре идаралыҡтары, шулай уҡ Магистраль нефть үткәргес торбаларында аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ. Республика биләмәһе буйлап 4 мең километрҙан ашыу магистраль торба үткәргестәре һуҙылған – предприятие ҡарамағында булғандың был яртыһы тиерлек. Атап әйткәндә, Өфө һәм Салауат нефть эшкәртеү заводтары нефть менән тәьмин ителә, нефть эшкәртеү заводтарынан ил ҡулланыусыларына һәм экспорт йүнәлешенә артабан оҙатыу өсөн нефть продукттары ҡабул ителә.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте – яуаплы эш биреүсе һәм эре һалым түләүсе ойошма. Ул республика бюджетына 2019 йылда 2,835 млрд. һум һалым түләһә, 2020 йылда был күрһәткестең 2,953 млрд. һум кимәлдә булыуы көтөлә. Коллективта 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, уларҙың яҡынса 4,2 мең хеҙмәткәре республика биләмәһендә эшләй. Предприятиеның Башҡортостан биләмәһенә һуңғы өс йылда капиталь һалыуҙар күләме яҡынса 27 млрд. һум тәшкил итә: акционерҙар йәмғиәте инфраструктураһын һәм производство объекттарын әүҙем модернизациялай, алдынғы технологиялар индерә, механик-технологик ҡоролмалар паркын яңырта. “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте кадрҙар әҙерләү буйынса Башҡортостандың әйҙәүсе белем биреү учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Предприятиеның ярҙамы менән республикала байтаҡ социаль әһәмиәтле объекттар төҙөлдө һәм реконструкцияланды. “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте хәйриә проекттарын әүҙем ғәмәлгә ашыра, уның хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр эшмәкәрлегендә ҡатнаша.