“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте ошо көндәрҙә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарына – Ағиҙел йылғаһына һәм уның Бөрө ҡалаһы янындағы ҡушылдығына, шулай уҡ Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысына уҡбалыҡтың 220 меңдән ашыу селбәрәһен ебәрҙе.
Селбәрәләр Пермь крайындағы балыҡсылыҡ үҙәгенән махсус транспортта контейнерҙарҙа ҡайтарылды. Уларҙың уртаса ауырлығы – 3 грамм. Кама йылғаһы уҡбалыҡтары файҙаланылған, сөнки был төр балыҡтар төбәк һыу объекттары шарттарына яраҡлашҡан.
Селбәрәләр “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең экология хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу бүлеге белгестәре һәм Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу биология ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү, дәүләт контроле бүлеге вәкилдәре күҙәтеүендә һыуға ебәрелде. Белгестәр һыуға ебәрер алдынан селбәрәләрҙең торошо ҡәнәғәтләнерлек булыуын һәм бөтә талаптарҙың үтәлеүен раҫланы.
Һыу биология ресурстарын яһалма тергеҙеү буйынса экологик сара 2019-2021 йылдар осорона “Транснефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте объекттары булған урындарҙа биология төрлөлөгөн һаҡлау буйынса корпоратив программа сиктәрендә үтте.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте өсөн һыу биоресурстарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлау буйынса мөһим сара булып һанала. Быға тиклем 2020 йылдың авгусында предприятие уҡбалыҡ селбәрәләрен Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең баш селбәрә) һәм Һамар өлкәһе биләмәһендәге Һарытау һыуһаҡлағысына (16,6 мең баш селбәрә) ебәргәйне.