Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2020, 16:21

БӘХИЛ БУЛ, ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ!

Бөгөн СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат районының Почетлы гражданы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәнифә Сираж ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА баҡыйлыҡҡа күсте.Ошо ҡайғылы хәбәрҙе Салауат районы башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәр аша еткерҙе.

Бөгөн СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры, Салауат районының Почетлы гражданы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәнифә Сираж ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА баҡыйлыҡҡа күсте. Ошо ҡайғылы хәбәрҙе Салауат районы башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәр аша еткерҙе.
"Беҙҙең аранан бөйөк кешеләр, дәүер кешеләре китеүе бик ҡыҙғаныс... Бөгөн, 4 сентябрҙә, 92 йәшендә Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы ҡапыл донъя ҡуйҙы, – тип яҙған Марс Фәррәх улы. – Ул тормошто яратты. Хәнифә Сираж ҡыҙы ысын, ҙур Уҡытыусы ине..."
Хәнифә Сираж ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА 1928 йылдың 20 мартында Яхъя ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, Өфө уҡытыусылар институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Арҡауыл мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ мәктәптәрендә уҡыта. Арҡауыл урта мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Эш дәүерендә уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, “Һарғамыш” совхозы яландарында, фермаларында дәрес үткәрә, совхоз эшсәндәре алдында лекция, докладтар менә сығыш яһай. Мәктәптә “Йәш натуралистар” түңәрәген алып бара, биология кабинетын йыһазландыра, мәктәп яны тәжрибә участкаһына етәкселек итә. Уңышлы хеҙмәтен Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәләренә тәҡдим итә.
Хәнифә Сираж ҡыҙы СССР Юғары Советының һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылышына (1970 – 1979 й.й.) депутат итеп һайлана. КПСС-тың XXIV съезы, Беренсе Бөтә Союз уҡытыусылар съезына делегат була. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме (1968), Ленин ордены (1968), БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы миҙалдары, Почет грамоталары (1988), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР-ҙың (1967) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнгән.
Фото редакция архивынан.
Читайте нас: