Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 17:18

Билдәле актриса Роза Кәримова вафат

Өфөлә 85-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Роза Кәримова баҡыйлыҡҡа күсте.

Өфөлә 85-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Роза Кәримова баҡыйлыҡҡа күсте.
Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова танылған театр әһеле ине. Ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында (1959–1989 йй.) 80-дән ашыу образ ижад итә. Бик оҙаҡ йылдар сәхнәлдәге илһамлы уйыны менән театр һөйөүселәрҙе шатландыра.
Актрисаның иң билдәле ролдәре араһында – Джульетта (“Ромео һәм Джульетта”, Шекспир), Надежда Коломийцева (М.Горький, “Һуңғылар” (“Последние”), Нина Заречная (А.П.Чехов “Аҡсарлаҡ”(“Чайка”), Джен (В.Гюго, “Мария Тюдор”), Мирандолина (К.Гальдони, “Ҡунаҡхана хужабикәһе” (“Хозяйка гостиницы”), Ғилминур (Ә.Мирзаһитов, “Әсәләр көтәләр улдарын”), Хәҙисә (Н.Асанбаев, “Ҡыҙыл паша”), Бимаза (М.Кәрим, “Диктаторға ат бирегеҙ!”) һ.б.
1989 йылдан 1995 йылға тиклем Республика йәш тамашасы театрында (хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры) эшләй.
Театр сәнғәте тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримованың исемен сәнғәт һөйөүселәр онотмаҫ.
Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: