Баш ҡалабыҙ үҙенең серҙәрен аса. Үткәүел төҙөгәндә археологтар мамонт һөйәктәре тапҡан. Был юлы табыш - Сочи урамы буйлап Дуҫлыҡ монументы эргәһендә...
-Был хайуандар бынан 10-15 мең йыл элек беҙҙең төбәктә хужа булған.Башҡортостан биләмәһендә бик күп мастодонттар йәшәгәне билдәле. Шуға күрә мамонт һөйәктәре табылыуына ғәжәпләнергә ярамай,- ти Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетының ғилми хеҙмәткәре Николай Щербаков.
Бындай археологик табыштар Троицк сиркәүе фасады ҡалдыҡтары араһында ла табылған.