Улар Рәсәй биләмәһенә инер алдынан йәки илдә өс көн эсендә коронавирусҡа тест тапшырырға тейеш. Уның урынына антиесемдәр булыуына документ күрһәтергә мөмкин. Әгәр коронавирусҡа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, граждандар изоляцияла ултырырға бурыслы. Ошондай тест булмаһа, уны үтеү өсөн өс көн бирелә.