Был хаҡта Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.
— Бәлки, йыл рекордлы йылы булмаҫ, ләкин температуралар дәрәжәһендә икенсе йәки өсөнсө. Ләкин температура, һис шикһеҙ, юғары булыр. Уның иң эҫе биш йыл иҫәбенә инеү ихтималлығы 99%, - тине Вильфанд.
Биш йыл рәттән температура күтәрелә, был глобаль йылыныу хаҡында һөйләй, тип өҫтәне ул.
Бынан алда Америка ғалимдары 2020 йыл 75% ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыр һәм иң йылы биш йыл иҫәбенә инер тип хәбәр иткәйне.
+3 °С
Болотло