Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2020, 17:55

“Ҡоро паек” йыйылмаһы таратыла

Ошо көндәрҙә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, дистанцион уҡыу сәбәпле, аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыла башланы.

Ошо көндәрҙә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, дистанцион уҡыу сәбәпле, аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыла башланы.
Башҡортостанда шундай хоҡуҡҡа 85 меңдән ашыу бала эйә. Салауат районында иһә күп балалы аҙ тәьмин ителгән 804 һәм физик мөмкинлеге сикләнгән 288 балаға республика бюджетынан бүленгән аҙыҡ тупланмаһы бирелде.
Малаяҙ башҡорт гимназияһында уҡыусы шундай балалар “ҡоро паек”ты белем усағынан барып алды. Йыйылмаға макарон, ҡара бойҙай, һут, көнбағыш майы, шәкәр ҡомо, сәй кеүек тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек ингән. Мәҫәлән, Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә мәктәп йәшендә өс бала белем ала. Әлеге мәлдә өсөһө лә тырышып өйҙән уҡый. Кем телефондан, кем ноутбуктан дәрестәр ала. “Ошондай ауыр мәлдә дәүләт күрһәткән ярҙамға бик шатбыҙ”, – ти Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе.
Әгәр һеҙҙең балаларығыҙға ла аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тейеш икән, ғариза менән мәктәбегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Аҙыҡ тупланмаһын ике аҙнаға бер бирәсәктәр. Пакеттарҙы ҡасан, нисек килеп алырға – мәктәп хакимиәте үҙе хәбәр итәсәк. Ҡайһы бер белем усаҡтарында мәктәп автобусы менән өйҙәренә алып барып тапшырыу ойошторола.
Гөлшат Рәйесова.
Читайте нас: