Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһы башланғандан алып рәсми рәүештә биш үлем осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ике пациент коронавирустан вафат булған.
Мәсетле районынан 33 йәшлек ир Республика клиник дауаханаһында үлгән. Билдәләнеүенсә, пациент шәкәр диабетынан яфаланған.
Икенсе ир Стәрлетамаҡта йән биргән. Хәбәр ителеүенсә, уға 52 йәш булған, ул киҫкен лейкоздан дауаланған.
Алдан Башҡортостанда 149 кеше яңы коронавирус инфекцияһы диагнозынан дауаланыуы хаҡында хәбәр ителгәйне.