Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 16:28

ЮЛДАРҘАҒЫ СОҠОРҘАРҘЫ ЯМАЙ БАШЛАРҒА ВАҠЫТ

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов был аҙналағы оператив кәңәшмәлә юлдарҙың торошо менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.Малаяҙ ауылының үҙәк урамдарының асфальт ҡатламында соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Автоһәүәҫкәрҙәр уларҙы урап йөрөргә мәжбүр.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов был аҙналағы оператив кәңәшмәлә юлдарҙың торошо менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
Малаяҙ ауылының үҙәк урамдарының асфальт ҡатламында соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Автоһәүәҫкәрҙәр уларҙы урап йөрөргә мәжбүр.
– Соҡорҙарҙы ямау эшен береһе лә башларға уйламай ҙа. Әлбиттә, хәҙер асфальт һалып булмай. Ләкин ваҡытлыса башҡа ысулдарҙы ҡулланырға була, – тине район башлығы.
Марс Фәррәх улы Малаяҙ ауылының үҙәк ҡаҙанлығы эргәһендәге юл буйынса ла урындағы етәкселәрҙе тәнҡитләне.
– Аңлашылып тора, йылылыҡ трассаһы эшләнде, уның соҡорона һалынған тупраҡ яҙ көнө емерелере билдәле. Беҙ быны күреп торабыҙ. Әммә, халыҡтың зарланғанын көтмәйенсә, алдан сара күрергә була бит инде, – тине Марс Кашапов.
Хакимиәт башлығы Салауат районында соҡорҙарҙы ямаусы махсуслаштырылған бригада төҙөү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. ДРСУ эшселәре, райондың төп автомобиль юлдарын йүнәтеү эше менән мәшғүл булып, соҡорҙарҙы ямауға һуңынан ғына тотона торған.
Республикала “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй (https://doroga.bashkortostan.ru/). Уның ярҙамында муниципаль берәмектәр юл соҡорҙарын “һанлаштырып”, оператив рәүештә йүнәтергә тейеш була.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: