Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 17:19

Майҙа оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡартылған эш көндәре көтә

Рәсәйҙәрҙе май айында йәнә оҙайлы ял һәм байрам көндәре көтә.

Рәсәйҙәрҙе май айында йәнә оҙайлы ял һәм байрам көндәре көтә. Улар Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле, өҫтәүенә ике байрам алды эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип һөйләне Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт башлығы урынбаҫары Иван Шкловец РИА Новости мәғлүмәт агентлығына.
«Яҙ һәм хеҙмәт байрамын (1 май) билдәләүгә бәйле рәсәйҙәр биш көн рәттән: 1 майҙан 5-енә тиклем ял итә. Артабан ҡыҫҡа эш аҙнаһы башлана: 6 майҙан 8-енә хәтлем. Еңеү көнө айҡанлы рәсәйҙәрҙе йәнә оҙайлы ялдар көтә – 9 майҙан 11-енә тиклем», – тине ул.
30 апрель һәм 8 май байрам алды эш көнө булғанлыҡтан, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 22 апрель – Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө түләүле ял көнө була.
"Башинформ"
Читайте нас: