Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Хәже Миндебай улы ЮЛДАШБАЕВ менән бәхилләштеләр.
Тирмән ауылында, яугирҙең йорто алдындағы матәм митингыһында хакимиәт башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Тирмән ауыл биләмәһе башлығы Гөлсинә Әлибаева, райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Фәрит Түрйәнов, "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров ҡатнашты. Мәрхүмдең һеңлеһе Фәүзиә Шакирова ағаһы хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Хәже Юлдашбаевтың кәүҙәһен ер ҡуйынына тапшырыр алдынан, полиция хеҙмәткәрҙәре зыяратта автоматтарҙан залп бирҙе. Ветеранды бар ауыл халҡы һуңғы юлға оҙатты. Мәктәп уҡыусылары "тере" коридорға теҙелде.
Юлдашбаев Хәже Миндебай улы 1927 йылдың 5 июнендә Тирмән ауылында тыуған. 7 класс тамамлап, колхозда эш башлай. Ауыр һуғыш йылдарында үҫмер сағынан ер һөрөү, иген сәсеү, урып йыйыу эштәренең барыһын да башҡара.
1944 йылдың 29 ноябрендә әрме сафына алына. Өфөлә бер аҙ хәрби уҡыуҙар үткәс, уны Алыҫ Көнсығышҡа ил сиген һаҡларға ебәрәләр. Хәже Миндебай улы Маньчжурияла япон милитаристарына ҡаршы алыша. Унда күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Японияны еңгән өсөн” миҙалы һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамланғас, артиллерия полкында хеҙмәт итеп, 1951 йылда тыуған ауылына ҡайта. Яраҫтауҙа механизаторға уҡып, колхозда комбайнсы булып эшләй. Аҙаҡ хужалыҡта бригадир ярҙамсыһы, бригадир, келәт мөдире була. Лағыр ауылынан Хаят Әмерхан ҡыҙына өйләнеп, ете бала үҫтерәләр.
Ветеран 93-сө йәшендә вафат булды.