Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2020, 13:19

ДАМИР ШӘРӘФИНЕ БЕҘ ЯҠШЫ БЕЛӘ ИНЕК

Кисә шағир, журналист, яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновтың ҡапыл вафат булыуы хаҡында хәбәр күптәрҙе тетрәндерҙе.Ул беҙгә лә бик яҡшы таныш ағай ине. Бер нисә йыл элек “Йүрүҙән” гәзите редакцияһына килгәйне. Ул ваҡытта Дамир Шәрәфи (был уның – ижади псевдонимы) “Сельские узоры” республика журналында эшләй ине.

Кисә шағир, журналист, яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновтың ҡапыл вафат булыуы хаҡында хәбәр күптәрҙе тетрәндерҙе.
Ул беҙгә лә бик яҡшы таныш ағай ине. Бер нисә йыл элек “Йүрүҙән” гәзите редакцияһына килгәйне. Ул ваҡытта Дамир Шәрәфи (был уның – ижади псевдонимы) “Сельские узоры” республика журналында эшләй ине.
Журналист беҙҙең менән осрашып, йәнле әңгәмә ҡороп, үҙенең фәһемле кәңәштәрен бирҙе. “Сельские узоры” журналына “Йүрүҙән” гәзитендә сыҡҡан ауыл хужалығы, өлгөлө ғаиләләр тураһында ҡайһы бер мәҡәләләрҙе алып ҡайтып баҫтырҙы.
Дамир Шәрәфетдинов Белорет районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Орел өлкәһендә колхозда баш зоотехник булып эшләй. Аҙаҡ ғүмерен журналистикаға арнай: Белорет районының “Урал” гәзите мөхәррире урынбаҫары була, “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар”, “Тамаша”, “Аманат”, “Ағиҙел” журналдарында яуаплы вазифалар башҡара. Студент йылдарынан шиғырҙар яҙа башлай. 1993 йылда – “Икеләнеү” тигән тәүге шиғырҙар китабы, 2004 йылда “Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар” йыйынтығы баҫылып сыға. Тиҫтәләрсә китап авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Хеҙмәттәштәре социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, Дамир Шәрәфетдинов һуңғы йылдарҙа ауырыған булған. Сирләүенә ҡарамаҫтан, Өфөләге 7-се музыка мәктәбендә эшләп йөрөгән. Эшенән ҡайтҡан саҡта, туҡталышта ҡолап, “тиҙ ярҙам” машинаһы менән дауаханаға алып китеп, шунда йән биргән. 54 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Уны бөгөн Белорет районындағы үҙенең тыуған Көнбә ауылында ерләйҙәр.
Читайте нас: