Йыл башынан Рәсәй граждандары декларация тапшыра башланы. Республикала туғыҙ кеше йыллыҡ килеменең миллиард һумдан ашыу булыуын күрһәткән. Был Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы 2018 йылдың декларацияларын иғлан итеү һөҙөмтәһендә асыҡланды.
Дөйөм алғанда былтыр төбәктә 3-НДФЛ формаһында физик шәхестәргә һалым буйынса 290 мең самаһы декларация теркәлгән. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, һалым түләүселәрҙең 90 проценты килеменең бер миллион һумға тиклем булыуын күрһәткән, ә 30 меңдән ашыу кеше килеменең миллион һумдан артыуын сағылдырған.
2017 йылда республикала бер миллиард һумдан ашыу килеме булыуы хаҡында ете кеше отчет бирһә, 2016 йылда - алты.