Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2020, 17:40

Тыуған көнөгөҙ менән, Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, беренсе Президенты, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн", Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары, башҡа бик күп наградалар менән баһаланған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 86 йәш тула.

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан сыҡҡан бөйөк шәхесебеҙ республиканы уның өсөн ауыр һәм тотороҡһоҙ йылдарҙа етәкләне. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Президент булған осорҙа Башҡортостан һәр яҡлап та алдынғылыҡҡа өлгәште, юлдар һалынды, ҡалалар һәм ауылдар төҙөкләнде, мәктәптәр, дауаханалар асылды, газ һәм һыу үткәрелде.

Башҡортостан халҡы тәүге Президентын ярата һәм хөрмәт итә. Республиканың һәр районы һәм ауылында тиерлек Мортаза исемле малайҙар үҫеүе лә ошо турала һөйләй.

Ил ағаһын беҙ ҙә тыуған көнө менән ҡотлайбыҙә Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: