Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2020, 18:32

“Матур йәшәйек, ауылдарыбыҙҙы гөлгә күмәйек!”

Үткән йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды, нимәләр эшләнде, ниндәй бурыстар тора алдағы йылда – ошолар хаҡында Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза ХӘЙРЕТДИНОВА менән беҙ әңгәмә ҡорҙоҡ.

Үткән йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды, нимәләр эшләнде, ниндәй бурыстар тора алдағы йылда – ошолар хаҡында Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза ХӘЙРЕТДИНОВА менән беҙ әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Луиза Хәбир ҡыҙы, үткән йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды, уларҙан нимәләрҙе айырып әйтер инегеҙ?
– Былтыр байтаҡ эштәр башҡарылды. Минеңсә, ауылыбыҙ халҡы уларҙы күрҙе һәм дөрөҫ баһа бирҙе. Тәү сиратта ауылды төҙөкләндереүгә иғтибар иттек. Арҡауыл ауылының Салауат Юлаев урамына 300 метрлап асфальт түшәлде, унан һуң Йәштәр, С. Юлаев, Р. Ғарипов урамдарына ваҡ ҡырсынташ һалынды.
Халыҡ элек төнөн яҡтылыҡ булмауына зарлана ине. 2019 йылда Митюшин, Бәләкәй Күҫәләр, А. Ғәйфуллин, Р. Ғарипов, Х. Йосопов урамдарына яңы электр тапшырғыс ҡуйып, өҫтәмә 100 фонарь эленде. Әлбиттә, беҙ төрлө социаль әһәмиәтле программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ул программаларҙа ҡатнашыу ҙур финанс ярҙам булды. Йәштәр урамына 100 метрға яҡын араға һыу үткәрелде, ә Дуҫлыҡ һәм Спорт тигән яңы урамдарға газ үткәргес һалынды. Унда йәшәүсе халыҡ “зәңгәр” яғыулыҡҡа тоташа башланы ла инде.
– Һеҙҙең биләмәлә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы нисек тормошҡа ашырыла?
– Был программа буйынса балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртылды. Тағы бер шатлығыбыҙ бар: Арҡауыл балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм асылды. Ә 2020 йылда, ошо программаға ярашлы, мәктәп өсөн 675 мең һумлыҡ спорт кәрәк-яраҡтары аласаҡбыҙ – халыҡ йыйылышта шундай ҡарарға килде.
Бынан тыш та күп кенә үҙгәрештәр булды. Мәҫәлән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығына бетон йәйелде, эскәмйәләр буятылды. Ауыл шишмәләре төҙөкләндерелде. Мәхмүт ауылында балалар өсөн заманса майҙансыҡ эшләнде, ә Арҡауыл ауылындағы балалар ҡаласығының тирә-яғы яңынан кәртәләнде. Быйыл “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса Арҡауылдың элекке дауаханаһы урынында ял паркы эшләнәсәк.
Әлбиттә, ошо эштәрҙе атҡарып сығыуҙа ауыл халҡы, депутаттар, урындағы етәкселәр, район хакимиәте бик ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабан да шулай бергә-бергә матур йәшәйек, ауылыбыҙҙы гөлгә күмәйек, тип ауылдаштарыма мөрәжәғәт иткем килә.


2019 йылда “Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһы сиктәрендә үткән “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө# Эшләрбеҙ2019” экологик акцияһын уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәт тән файҙаланыу һәм экология министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: