Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 13:31

ЮБИЛЕЙЫҢ МЕНӘН, САЛАУАТ РАЙОНЫ!

Бөгөн Салауат районына 85 йыл тулды. Ул 1935 йылдың 31 ғинуарында Малаяҙ районы булараҡ ойошторола. 1941 йылдың 4 мартынан башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев хөрмәтенә Салауат районы итеп үҙгәртелә.Кисә, 30 ғинуарҙа, район Хакимиәтендә Салауат районының 85 йыллығын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте. Унда районыбыҙ юбилейына арналған тантаналы байрам сараһын уҙғарыуҙың датаһы билдәле булды.

Бөгөн Салауат районына 85 йыл тулды.
Ул 1935 йылдың 31 ғинуарында Малаяҙ районы булараҡ ойошторола. 1941 йылдың 4 мартынан башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев хөрмәтенә Салауат районы итеп үҙгәртелә.
Кисә, 30 ғинуарҙа, район Хакимиәтендә Салауат районының 85 йыллығын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте. Унда районыбыҙ юбилейына арналған тантаналы байрам сараһын уҙғарыуҙың датаһы билдәле булды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов Салауат районының 85 йыллығы 24 апрелдә Малаяҙҙа район мәҙәниәт йортонда ҙурлап үткәреләсәге хаҡында белдерҙе. Ултырышта юбилей сараларына әҙерлек һәм уны үткәреүгә район Хакимиәтенең ҡарар проекты менән таныштырып, уға яуаплы булған ойоштороу комитеты составы һайланды.
Район юбилейы республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сараларына ярашлы уҙғарыласаҡ. Шуның сиктәрендә районда “Сәскә ат, Салауат ере!” фестиваль-конкурсы старт ала. Уны баһалау өсөн жюри составы билдәләнде. Фестиваль-конкурс райондың 16 ауыл биләмәһендә лә үтәсәк. Бөгөн уны Арҡауыл ауылы башлай.
Ғөмүмән, Салауат районының тарихи үҫеше, ауыл биләмәләренең уңыштары менән таныштырыу, йәш быуынды тарихи-мәҙәни мираҫ өлгөһөндә тәрбиәләү, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында юбилейға арналған төрлө саралар 2020 йыл буйына барасаҡ.
Читайте нас: