Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 12:01

Ер участкаһы урынына – 250 мең һум

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 18-се пленар ултырышҡа йыйылды. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 18-се пленар ултырышҡа йыйылды. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Көн тәртибендә өс тиҫтәгә яҡын мәсьәлә ҡаралды, улар, нигеҙҙә, республика закондарының проекттарына ҡағыла. Сарала республика Контроль-иҫәп палатаһының 2019 йыл буйынса отчеты ла тәҡдим ителде.
Депутаттар шулай уҡ төбәктең ер мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Һүҙ өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендәге аҡсалата компенсация биреү хаҡында бара.
"Законға ярашлы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы. Яңы закон проектына ярашлы, ошо хоҡуҡ, ғаиләләрҙең теләге буйынса, аҡсалата компансация менән алмаштырыла ала. Бында төп баҫым – тап “теләк буйынса” тигән төшөнсәлә. Ысынлап та, ергә хоҡуғы булған ғаиләләрҙең барыһы ла йорт төҙөргә йыйынмай. Был осраҡта аҡсаның өҫтөнөрәк булыуы ихтимал. Икенсе яҡтан, беҙгә барлыҡ инфраструктуралар менән тәьмин ителгән ер участкалары етешмәй. Льготалы категорияға ҡараған граждандарҙың бер өлөшө аҡса эквивалентын һайлаһа, был барыһы өсөн дә килешеүле юл булыр ине. Нисек кенә булмаһын – ерме, аҡсамы – һәр ғаилә үҙе хәл итәсәк", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынсса, бөгөн республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 15 меңдән ашыу ғаилә ер участкаһына сиратта тора, шул иҫәптән алты мең самаһы – Өфө ҡалаһында.
Һандарға килгәндә, былтыр баш ҡалала 200 ғаилә бушлай ер участкаһы алған, быйыл иһә ошо күрһәткесте 500-гә еткерергә уйлайҙар. Төҙөлөш өсөн яңы участкалар Ҡырмыҫҡалы һәм Благовещен райондары биләмәләрендә лә бүленәсәк.
Был закон проекты депутаттар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Аҡсалата компенсацияның Өфө ҡалаһы ҡаҙнаһы өсөн ҙур көсөргәнеш буласағын да билдәләнеләр. Әммә республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Дмитрий Суслин белдереүенсә, мәсьәләнең финанс яғы күптән уйланылған.
Һөҙөмтәлә закон проекты ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде, уны камиллаштырыуҙы артабанғы уҡыуҙарҙа дауам итәсәктәр.
Читайте нас: