Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 13:37

ҠОРҒАҘАҠТА ҺЫУ ИНДЕЛӘР

Христиандар Керәшен байрамын билдәләне. Был көндә православие вәкилдәре мәкелә һыу инә. Мәкеләргә сумыу гонаһтарҙан арынып, насарлыҡтан ҡотолоу, тип иҫәпләй православ христандар.Быйыл да Салауат районында төп байрам “Ҡорғаҙаҡ” ҡунаҡхана комплексында үтте. Сараға килеүсе христиандар Ҡорғаҙаҡта һыу инде.Һыуға сумыусылар араһында христиандар ғына түгел, ә үҙҙәренең православ дуҫтары менән байрам кәйефен уртаҡлашырға килгән мосолмандар ҙа бар ине. Әйткәндәй, Иисус Христостың суҡындырылыу урыны теүәл генә билдәле булмаһа ла, был дини йоланың Иордан йылғаһында башҡарылыуы мәғлүм. Шуға күрә, был көндәрҙә барлыҡ һыу, изге тип һанала. Ҡорғаҙаҡтан һыу алыусылар ҙа бихисап булды.

Христиандар Керәшен байрамын билдәләне. Был көндә православие вәкилдәре мәкелә һыу инә. Мәкеләргә сумыу гонаһтарҙан арынып, насарлыҡтан ҡотолоу, тип иҫәпләй православ христандар.
Быйыл да Салауат районында төп байрам “Ҡорғаҙаҡ” ҡунаҡхана комплексында үтте. Сараға килеүсе христиандар Ҡорғаҙаҡта һыу инде.
Һыуға сумыусылар араһында христиандар ғына түгел, ә үҙҙәренең православ дуҫтары менән байрам кәйефен уртаҡлашырға килгән мосолмандар ҙа бар ине.

Әйткәндәй, Иисус Христостың суҡындырылыу урыны теүәл генә билдәле булмаһа ла, был дини йоланың Иордан йылғаһында башҡарылыуы мәғлүм. Шуға күрә, был көндәрҙә барлыҡ һыу, изге тип һанала. Ҡорғаҙаҡтан һыу алыусылар ҙа бихисап булды.
Читайте нас: