Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 12:05

Мәҙәниәтебеҙ үҙәге

Малаяҙҙа ҙур байрам сараһы – район мәҙәниәт йортоноң 40 йыллығы билдәләнде. Мәҙәниәт йорто дүрт тиҫтә дәүер буйына район халҡының олоһон да кесеһен дә үҙенә ылыҡтырып тора. Һәр кем бында мәҙәни мөхит уртаһында ҡайнап йәшәй.

Малаяҙҙа ҙур байрам сараһы – район мәҙәниәт йортоноң 40 йыллығы билдәләнде. Мәҙәниәт йорто дүрт тиҫтә дәүер буйына район халҡының олоһон да кесеһен дә үҙенә ылыҡтырып тора. Һәр кем бында мәҙәни мөхит уртаһында ҡайнап йәшәй.
Был көндө мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Ирек Әхмәҙиев килгәйне. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, район Советы һәм Хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ ут күршеләр: Мәсетле районынан Радик Шәрәфисламов, Силәбе өлкәһенән яҡташыбыҙ Рәмил Сәйфетдинов үҙенең коллективы менән тәбрикләп, моңло йырҙарын бүләк итте.
40 йыл элек асылған был мөһабәт бинала мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәй, республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бөгөн бында төрлө йүнәлешле 36 клуб эшләй. Тамашасылар һөйөүен яулаған “Илһам”, “Сударушка”, “Юлдаш”, “Йүрүҙән”, “Салауат бөркөттәре”, “Шәрҙәле” һ.б. ансамблдәр концерттың биҙәге булды.
Республикала билдәле булған яҡташтарыбыҙ: Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Ғәлиә Солтанова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артискаһы Рәсимә Ғайфуллина, “Салауаттар” яҡташтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, “Йәнгүзәл” вокаль ансамбле етәксеһе Зәлиә Зиннәтуллина ҡотлау менән сығыш яһаны. Улар, үҙҙәренең сәхнә юлы тап ошо изге Салауат ерендә башланыуын билдәләп, моңло йырҙарын бүләк итте.
Арғаяштан ҡайтҡан Рәмил Мисбах улы ла, хәтирәләргә бирелеп, “Мозаика” ансамбленең барлыҡҡа килеү тарихын бәйән итте. Сара бик күңелле, йөкмәткеле, йылы мөхиттә үтте.
Гөлшат Рәйесова.
Читайте нас: