Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 11:45

2020 ЙЫЛДА “ХӘҮЕФҺЕҘ ҺӘМ СИФАТЛЫ ЮЛДАР” МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА ЯРАШЛЫ 107 ОБЪЕКТТЫ САФҠА ИНДЕРЕҮ ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН

Баш ҡалала 70 километр оҙонлоғонда юл ремонтланасаҡ, 12 светофор, юл хәрәкәте менән идара итеүсе 20 автоматик система ҡуйыласаҡ, тротуарҙарға 1200 погон метр ҡойма ҡуйыласаҡ, 131 метрлыҡ күпер һалынасаҡ. Өфө буйынса дөйөм финанслау күләме 2020 йылда 4150,4 миллион һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итәБАШҠОРТОСТАН.

– Бөгөнгө көнгә ҡарата 59 объект буйынса контракт төҙөлгән, планға индерелгән. Йыл аҙағына тиклем контракттар тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.

Киләһе йылда юл фонды күләме 19,1 миллиард һум күләмендә күҙаллана, шул иҫәптән 1,8 миллиарды – федераль бюджеттан, 17,3 миллиард һумы республика бюджетынан.

Читайте нас: