Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 11:35

“ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ СИКТӘРЕНДӘ ДАРЫУҘАРҘЫ БУШЛАЙ БИРӘСӘКТӘР

2019 йылдың октябрь айында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡайһы бер дарыуҙарҙың бушлай биреләсәге хаҡында әйтеп үткәйне. Ошо көндәрҙә министр Закон сығарыусылар советы кәңәшмәһендә тағы бер тапҡыр ошо хаҡта хәбәр итте. Һүҙ әлегә сирлеләрҙең бер төркөмө – миокард инфарктын йәки йөрәгенә, ҡан тамырҙарына операция эшләткәндәр – тураһында бара, тип хәбәр итә ТАСС.

Беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһы үҫеше – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иң мөһим өлөштәренең береһе.

Шуға һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел өлөшө яңыртыла, йәғни амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ.

Вероника Сворцова һүҙҙәре буйынса , дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ. Бына ошондай матур яңылыҡ беҙҙе яңы йылда көтә.

Әйтеп үтергә кәрәк, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, уларҙы дауалауға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ һәм сығымһыҙыраҡ. Ғөмүмән, сәләмәтлегебеҙгә ҡарата һаҡсыл булайыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, инсульт йыш ҡына төндә һәм таңға ҡарай теркәлә икән. Кешенең һул ҡулы һәм һул аяғы хәлһеҙләнә, телмәре насарлана, йотоуы ауырлаша башлай. Был осраҡта тиҙ генә “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға кәрәк.