Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 14:35

Йолаларыбыҙҙы һаҡлаусы өләсәй

Байрам күргәҙмәләре мәлендә Мәсетле ауыл биләмәһенең келәм һуғыу оҫталарының ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итә.Был боронғо кәсеп менән Ахундан хеҙмәт ветераны Мәрйәм Фәрхиева шөғөлләнә. Сағыу төҫлө ептәрҙән уның келәм һуғыу станогы семәрле биҙәкле балаҫтар эшләп сығара.

Байрам күргәҙмәләре мәлендә Мәсетле ауыл биләмәһенең келәм һуғыу оҫталарының ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итә.
Был боронғо кәсеп менән Ахундан хеҙмәт ветераны Мәрйәм Фәрхиева шөғөлләнә. Сағыу төҫлө ептәрҙән уның келәм һуғыу станогы семәрле биҙәкле балаҫтар эшләп сығара.
– Был ҡорамал өлә­сәйем Кәри­мәнән мираҫ булып ҡалды, – ти Мәрйәм Урал ҡыҙы. – Уны өйөмдә һаҡлайым, күргәҙмәләргә, һабантайҙарға алып сығам. Келәмдәрҙе төҫлө ептәрҙән, иҫке әйберҙәрҙе бау итеп киҫеп, уларҙан да һуғам. Һатыуға булмаһа ла, үҙемә, тип эшләйем. Күргәҙмәләргә лә кәрәк. Түшелдерек, ҡушъяулыҡтар ҙа яһайым.
Оҫта ҡуллы Мәрйәм Фәрхиева урындағы “Ҡаратау биҙәктәре” ойошмаһының бер ағзаһы булып тора. Мәсетле ауылы мәсетендә Ғабит Ғималов ошоға оҡшатып келәм һуғыу станогы яһаған. Мәрйәм апай ундағы ҡатын-ҡыҙҙарға өйрәтеп, көйләп биргән. Хәҙер улар ҙа ошо кәсепте үҙләштерә.
Тормош юлына килгәндә, Мәрйәм Урал ҡыҙы үҙе Мәсетле ауылынан, Ахунға килен булып төшкән. Ире Вәрис мәрхүм инде. Үҙе мәктәптә, фермала, кирбес заводында, келәттә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Биш ҡыҙы ла бөгөн ауылда йәшәй. Мәрйәм апай туғыҙ ейәне, ун ейәнсәре, бер бүләсәһе шатлығын кисерә.
Боронғо йолаларҙы һаҡлап, бөгөн йәш быуынға еткереүсе өләсәйҙәрҙең булыуы ҡыуандыра.
Айҙар САМАТОВ.
Читайте нас: