Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 12:55

Рөхсәтһеҙ ҡырҡыу ҡиммәткә төшә

“Экология” милли проекты сиктәрендә 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы – 2019” профилактик операцияһы бара.

“Экология” милли проекты сиктәрендә 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы – 2019” профилактик операцияһы бара.
Салауат урман хужалығының бүлек начальнигы Фәнис Ғәйнетдинов хәбәр итеүенсә, районда оператив-профилактик операция башланған. Салауат урман хужалығы инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман биләмәләренә сығып, юлдарҙа, урмандарҙа яңы йыл шыршыларын ташыусы машиналарҙы, участка урмансылары үҙҙәренең тәғәйен биләмәләрен көн дә тикшерә. Әлеге мәлдә закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.
Әгәр ҙә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыусылар асыҡланһа, граждандарға бер шыршы өсөн 3 – 4 мең штраф һәм урман фондына зыян килтергән өсөн тағы 2 мең түләргә тейеш була, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән алып 40 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 200 меңдән алып 300 меңгә тиклем штраф һалына. Ике һәм унан күберәк шыршыға зыян килһә, енәйәт эше асыла.
Салауат урман хужалығы яңы йыл шыршыларын һата башлаған. Шуға күрә теләгәнеңде һайлап алыу мөмкинлеге бар.
Ә инде законһыҙ ҡырҡыу осрағын күрһәгеҙ, белһәгеҙ, 8 (347) 218-14 -14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин.
Г. Рәйесова.
Читайте нас: