Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 06:52

10 район автоклублы буласаҡ

Республикабыҙ ауылдарында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алты йыл эсендә 26 яңы мәҙәни-ял итеү учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.

Республикабыҙ ауылдарында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алты йыл эсендә 26 яңы мәҙәни-ял итеү учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.

– Быйыл Салауат районының Мөрсәлим ауылында – 150 урынлыҡ, Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 200 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары сафҡа инә. 2020 йылда тағы 9 ауыл клубы барлыҡҡа киләсәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки республикала 64 яңы мәҙәниәт йорто төҙөү ихтыяжы бар, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Был йыйылышта муниципалитеттарҙың «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит», «Ижади кешеләр», «Һанлы мәҙәниәт» проекттарында ҡатнашыу мәсьәләләре лә ҡаралды.

2020 – 2022 йылдарҙа 20 район һәм ауыл китапханаларын капиталь ремонтлау күҙаллана, ә 2023 йылда уларҙың нигеҙендә моделле китапханалар барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ 2020 – 2021 йылдарҙа 10 район автоклублы ла буласаҡ.

Читайте нас: