Рәсәйҙең либераль-демократия партияһы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул Мәскәүҙә 1989 йылда барлыҡҡа килгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ЛДПР-ҙың лидеры Владимир Жириновскийҙы ҡабул итеп, ил мәнфәғәтен ҡайғыртҡан эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Мин һеҙҙе һәм һеҙҙең партия ағзаларын- барығыҙҙы ла ошо ваҡиға уңайынан ҡотлайым. Әлеге эшегеҙҙә, ил парламентында, Дәүләт Думаһында ил үҫеше өсөн эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм, – тине ил етәксеһе.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең либераль-демократия партияһында 300 мең кеше иҫәпләнә. 30 йыл эсендә уның туранан-тура тәьҫире һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын ҡанун ҡабул ителгән.