Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2019, 14:25

«Кәнфит» ашағандан һуң дауаханаға эләккән.

Башҡортостанда уҡыусы «кәнфит» ашағандан һуң дауаханаға эләккән. Уны мәктәптән ашығыс ярҙам менән алып киткәндәр.

Башҡортостанда уҡыусы «кәнфит» ашағандан һуң дауаханаға эләккән. Уны мәктәптән ашығыс ярҙам менән алып киткәндәр.
Стәрлетамаҡта дәрес ваҡытында 11 йәшлек баланы дауаханаға алып киткәндәр. Ул «кәнфит» (снюс) ашаған булһа кәрәк. Уның һүҙҙәренсә, дәрес башланыр алдынан класташы уға кәнфит биргән. Бер нисә минуттан ул үҙен насар тоя башлаған. Шунан бала дауаханаға оҙатылған. Хәҙер уҡыусы ауыр хәлдә.

Прокуратура һәм тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған.

Ноябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында ошондай осраҡ булғайны. Унда 12 йәшлек уҡыусыға медицина ярҙамы талап ителде.



Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: