Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 14:35

Сүп майҙансыҡтары талапҡа тап килмәй

Салауат районы прокуратураһы быйыл майҙа урындағы үҙидара органдарының производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында ҡануниәтте үтәүен тикшерҙе.

Салауат районы прокуратураһы быйыл майҙа урындағы үҙидара органдарының производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында ҡануниәтте үтәүен тикшерҙе.
Тикшереү барышында райондың 16 ауыл биләмәһендә алдан ҡоролған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансыҡтары закон талаптарына тап килмәүе асыҡланды. Уларҙа бетон йәки асфальт нигеҙ, автотранспорт өсөн кереү юлы һалынмаған, барыһы ла кәртәләнмәгән булып сыҡты. Был хәл, экологияға зыян килтереп, граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхит хоҡуғына ҡағыла.
Прокуратура райондың барлыҡ урындағы хакимиәт башлыҡтарына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә күрһәтмә бирҙе. Әммә улар, финанс мөмкинлектәре булмау сәбәпле, тейешле сара күрмәне. Прокуратура, халыҡтың хоҡуғын яҡлап, ауыл билә­мәләренән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығын төҙөтөүҙе талап итеүҙе һорап, Салауат район-ара судына 16 административ дәғүә ғаризаһы ебәрҙе.
Суд административ дәғүә ғаризаларын ҡараны һәм ҡәнәғәтләндерҙе. Етеш­һеҙлектәрҙе тулыһынса бөтөрөү прокуратура контролендә.
Рәвил ҒИЛМАНОВ,
район прокуроры.
Читайте нас: