Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 12:30

Ҡыш бабайға шылтырат һәм үҙеңдең хыялынды һөйлә

Башҡортостанда теләгән һәр кем Ҡыш бабайға шылтыратып, шиғыр һөйләй һәм үҙенең хыялын әйтә ала.

Башҡортостанда теләгән һәр кем Ҡыш бабайға шылтыратып, шиғыр һөйләй һәм үҙенең хыялын әйтә ала.
Ҡышҡы тылсымсы шылтыратыуҙарҙы +7(347)214-92-54 номеры буйынса ҡабул итә, тиелә new-year-party.ru порталында.
Ҡыш бабай иҫәнләшә, уға кемдең шылтыратыуын һорай, уның тәртибе менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ шиғыр һөйләргә, хыялын әйтергә тәҡдим итә һәм Яңы йыл менән ҡотлай.
Ярҙамсылары күп булғанлыҡтан, Ҡыш бабай 2019 йылдың декабренән алып 2020 йылдың февраленә тиклем 86 ҡалала һәм хатта интернетта шылтыратыуҙар ҡабул итә. Яңы йыл тылсымсыһының номерын ноутбуктағы браузерҙан йыйырға мөмкин.
Хаҡы ғәҙәти ғәҙәти шылтыратыу хаҡына тиң.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан балалары Ҡыш бабайға үҙҙәренең хыялдары хаҡында хат яҙып ебәрә ала.Өлкәндәр, ата-әсәләр йәки өләсәй-олатайҙар «йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә» Башҡортостан Республикаһында Роспотребнадзор идаралығының вазифалы кешеләренән консультация алған арала балалар Ҡыш бабайға хат яҙа ала. Кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен Рихард Зорге урамы, 85-се йорт адресы буйынса көтәләр. Хаттар Бөйөк Устюг ҡалаһына ебәрелә.