Салауат үҙәк район китапханаһында “Тыуған телгә 100 аҙым” проекты старт алды
Республикабыҙҙың – 100, Башҡортостан Яҙыусылар союзының 85 йыллығына арнап уҙғарыла был проект.
– Проектты уңышлы бойомға ашырыу өсөн унда киң мәғлүмәт сараларының, төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының, китапханаларҙың һәм театрҙарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, һәр ғаиләнең әүҙем ҡатнашыуы зарур, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Район, ауыл китапханаһында уҡый торған 100 китаптан исемлек төҙөлөп, күргәҙмәләр эшләнгән. Теләгән һәр кем ошо китаптарҙы алып уҡый ала.
“Йүрүҙән” гәзите лә был сараға ҡушыла. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. Унда һеҙҙән килгән хаттарҙы баҫтырасаҡбыҙ. Ниндәй китап уҡынығыҙ, шул турала үҙ тәьҫораттарығыҙ менән беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ!