Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2019, 11:35

Республиканан Ҡытайға 4 мең тонна көнбайыш майы оҙаттылар

Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта, предприятиела Ҡытайға май продукцияһы экспорты күләмен арттырырға иҫәп тоталар.

Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта, предприятиела Ҡытайға май продукцияһы экспорты күләмен арттырырға иҫәп тоталар. Ул Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проектына ярашлы үткәрелә.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда Башҡортостан биләмәһенән дөйөм суммаһы 2,6 миллиард һумлыҡ 103 000 тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбайыш, рапс майы һәм шрот) оҙатылған. Экспортерҙар — Шишмә май экстракцияһы заводы һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Улар «Сигма» компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2019 йылда, Ҡытайҙан тыш, тәьмин ителгән илдәр исемлегендә Балтик буйы илдәре, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ла бар. .

Читайте нас: