Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 21:30

Ҡотлайбыҙ, ҡәләмдәш!

Коллегабыҙ, “На земле Салавата” гәзитенең баш редакторы урынбаҫары Шамил ӘХМӘТШИН Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.Бөгөн Өфөлә бер төркөм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен, республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалдары менән бүләкләнеләр. Шулай уҡ туғыҙ кешегә РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Коллегабыҙ, “На земле Салавата” гәзитенең баш редакторы урынбаҫары Шамил ӘХМӘТШИН Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Бөгөн Өфөлә бер төркөм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен, республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалдары менән бүләкләнеләр. Шулай уҡ туғыҙ кешегә РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Хеҙмәттәшебеҙ, “На земле Салавата” гәзите журналисы Шамил Наил улы Әхмәтшин оҙайлы һәм уңышлы хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең тармаҡ министры Константин Носковтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ул Салауат районы гәзитендә сирек быуаттан ашыу хеҙмәт итә. Үткер һәм ҡыйыу мәҡәләләре менән гәзит уҡыусылар араһында абруй яулаған.
Ҡәләмдәшебеҙ, тәжрибәле журналист Шамил Наил улын юғары награда алыуы менән ҡотлап, уға ижади уңыштар теләйбеҙ!

“Йүрүҙән”дәр.

Һүрәттә: Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко Шамил Әхмәтшинға Рәхмәт хаты тапшыра.
Читайте нас: