Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 22:30

2020 йылдан 9789 һум күләмендәге балалар пособиеһын 3 йәшкә тиклем түләйҙәр

2020 йылдың ғинуарынан, әгәр ғаиләнең һәр ағзаһына эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән аҙыраҡ тура килһә, беренсе балаға айлыҡ пособие алырға мөмкин.Башҡортостанда пособие ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килеме 20 868 һумдан артмаған ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуған осраҡта түләнә.

2020 йылдың ғинуарынан, әгәр ғаиләнең һәр ағзаһына эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән аҙыраҡ тура килһә, беренсе балаға айлыҡ пособие алырға мөмкин.
Башҡортостанда пособие ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килеме 20 868 һумдан артмаған ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуған осраҡта түләнә, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҡсаға беренсе сабыйы 2018 йылдан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала.
«Дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла. Бала ла Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға тейеш. Түләүҙең күләме 9789 һум тәшкил итә. Пособие балаға 3 йәш тулғансы тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2019 йылдың аҙағына тиклем, тәүге балаға пособие йәш ярымға тиклем түләнә, хәҙер уның күләме – 9182 һум» тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Беренсе балаға айлыҡ түләүҙе Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерергә мөмкин.
"Башинформ".