Рәсәй газын Ҡытайға һатыу тураһында килешеү 2014 йылдың майында төҙөлгәйне. "Газпром" һәм Ҡытай милли нефть-газ корпорацияһы был юҫыҡта 30 йыл хеҙмәттәшлек итәсәк. Йылына 38 миллиард кубометр "зәңгәр яғыулыҡ" экспортлау күҙаллана.
3000 километрға һуҙылған газ торбаһы Иркутск өлкәһе, Саха Яҡут республикаһы, Амур өлкәһе аша үтә.
- Нихао! Добрый день! Здравствуйте! - тип сәләмләне Владимир Путин. Һәм был ваҡиғаның бик әһәмиәтле, тарихи көн булыуын билдәләне. Проект ғәмәлгә ашырылыуы ситкә һатыу өсөн генә түгел, ә Амур өлкәһендә эшләйәсәк һәм донъяға ҡеүәте менән таныласаҡ газ эшкәртеү заводы өсөн дә мөһим.
Газ үткәргес "Атаман" компрессор станцияһынан асылды. Тәүҙә, әлбиттә, Владимир Путиндан рөхсәт алынды.
- Разрешаю. Начинайте, - тине Президент. Кран асылды һәм Ҡытайға газ үтә башланы. Был ваҡытта унда Рәсәй газын ҡабул итергә әҙерлек белдерелде.
- Поехали! - тине Си Цзиньпин әфәнде.