Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында асылды атамаһы яңғырауыҡлы лаборатория. "Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса алып барылған эш һөҙөмтәһе был.
Оҫтаханаларҙы булдырыуға 40 миллион самаһы аҡса киткән. Шуның 28,5 миллион һумы федераль ҡаҙнанан килгән. бер аҙы, теүәлерәк әйткәндә, өс миллион һумы - бюджет булмаған сығанаҡтарҙан. Ҡалған сумманы республика бүлгән.
Лаборатория бер нисә йүнәлешле оҫтаханаларҙан тора. Улар «ИТ-решения для бизнеса на платформе 1С: Предприятие 8», «Веб-дизайн разработка», «Сетевое и системное администрирование», «Информационные кабельные сети», «Корпоративная защита информации от внутренних угроз» кеүек заманса технологиялар буйынса эшләүселәрҙе бергә туплай.
2024 йылға илдә ошондай 5000 оҫтанаха буласаҡ. Ә беҙҙә иһә 55-кә етәсәк. Әле үрҙә аталған колледжда биш оҫтахана асылды. Ошонда уҡ вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров ҡатнашлығында "Киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштереүгә булышлыҡ итеү буйынса белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы" темаһына "түңәрәк өҫтәл" дә үтте.
Бөгөн йәштәр өсөн мөмкинлектәр күп. Киләсәккә аҡыл менән бағырға, ҡайһы һөнәрҙәр кәрәгерәк, шуны һайларға, белемеңде даими камиллаштырыға - һәм һинең карьераң үргә йүнәләсәк, әлбиттә, илгә файҙаң да күренәсәк.