Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2019, 12:10

«Тамыр» телеканалының «Бирешмә!» проекты Бронза Орфей яуланы

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы «ТЭФИ-Регион»дың төп бүләгенә – Бронза Орфейға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Волгоградта уҙҙы. Рәсәйҙең 70 тораҡ пунктынан 126 телекомпанияның 500-ләгән эше баһаланды.

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы «ТЭФИ-Регион»дың төп бүләгенә – Бронза Орфейға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Волгоградта уҙҙы. Рәсәйҙең 70 тораҡ пунктынан 126 телекомпанияның 500-ләгән эше баһаланды.

«Тамыр» телеканалы «Телевидение һәм тормош: махсус проект» номинацияһында еңеү яуланы.

«Бронза Орфейҙы беҙ ҙур, күп яҡлы һәм яратҡан телетарихыбыҙға баһа тип ҡабул итәбеҙ: сериал, ошондай уҡ исемле музыкаль төркөм, хәйриә концерттары, яңы йыл фильм-әкиәте, аҙналыҡ «Бирешмә! Профи» программаһы һәм «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы», — тине проект авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Жюри ағзаһы, НТВ телеканалының мәғлүмәт дирекцияһы директоры кәңәшсеһе, «Сегодня» тапшырыуын алып барыусы Владимир Чернышев «Бирешмә!» проектына Орфейҙы тапшырғанда былай тине:

«Һеҙ телевидение менән тормош араһына сифатлы күпер һалаһығыҙ. Тамашасылар менән ысын, йәнле бәйләнеште күрһәтеүгә өлгәштегеҙ. Шуныһы мөһим: һеҙ бер яҡлы тормош менән йәшәмәйһегеҙ, ә тамашасыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итәһегеҙ. Быны профессиональ, сифатлы итеп башҡараһығыҙ».

«Тамыр» — беҙҙең илдә уникаль күренеш, — тип өҫтәне билдәле журналист, НТВ-ла «Однажды…» программаһы авторы, ТЭФИ академигы Сергей Майоров. — Был тәүлек әйләнәһенә эшләгән, үҙ контенынан торған балалар каналы. «Тамыр»ҙың еңеүе маҡтауға лайыҡ!».

«Бирешмә!» премияһы тормоштағы ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан һәм уңыштарға өлгәшкән балаларға рәхмәт белдерә. Премияны үҫмерҙәр — республикала популяр «Бирешмә!» сериалы геройҙары уйлап тапҡан.

Хәҙер телеканал коллективы киләһе премияны иғлан итергә йыйына. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2020 йылдың мартына билдәләнгән.

Читайте нас: